Исеме тотош халыҡтың рухы менән айырылғыһыҙ булған музыканттар бар. Шуларҙың береһе - Р...
Исеме тотош халыҡтың рухы менән айырылғыһыҙ булған музыканттар бар. Шуларҙың береһе - Рәсәй Федерацияһының - атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, мультиинструменталист һәм дирижер, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркес- трын төҙөүсе, Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Почетлы гражданы Рәмил Ғәйзуллин. Уның ҡулында ҡурай ағас йәки ҡамыш артефакты ғына булыуҙан туҡтай. Ул был инструменттан сыҡҡан көйҙө үҙ күңеле аша үткәрә, тоя. Музыканттың 30-ҙан ашыу музыка ҡоралында (улар, нигеҙҙә, экзотик төргә ҡарай) уйнау һәм өзләү һәләте донъяның бөтә музыка палитраһын бергә берләштереп, матур һүрәт төшөрөүгә тиң. Уның коллекцияһында венгр флейтаһы, ҡырғыҙҙар һәм ҡаҙаҡтар уйнаған балсыҡ музыка ҡоралдары, бер нисә тиҫтә һыбыҙғы бар. Тәүҙә музыкант бер һыбыҙғыла уйнай, шунан икенсеһен, өсөнсөһөн, дүртенсеһен ҡуша. Артабан гармун һәм аяҡ менән уйнай торған музыка ҡоралдары өҫтәлә. БӨГӨН РӘМИЛ ҒӘЙЗУЛЛИНҒА - 60 ЙӘШ. ҠОТЛАЙБЫҘ! УНЫҢ ТУРАҺЫНДАҒЫ МӘҠӘЛӘНЕ КОММЕНТАРИЙҘА УҠЫҒЫҘ 👉 https://ural-rb.ru/articles/m-ni-t/2026-09-25/izhady-milli-hazina-4826232