Башҡортостанда иң күп кеше йөрөгән тәбиғәт парктарының рейтингы төҙөлдө.
Башҡортостанда иң күп кеше йөрөгән тәбиғәт парктарының рейтингы төҙөлдө. Республиканың айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре дирекцияһында йәйге туристик миҙгелгә йомғаҡ яһалды һәм төбәктең иң популяр тәбиғәт биләмәләре аталды. Абсолют лидер булып «Ҡандракүл» милли паркы тора, быйыл йәй унда 92 050 кеше ял иткән. Икенсе урынды 43 457 кеше йәлеп иткән «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы биләй. Төп өс лидерҙы 35 373 кеше күрһәткесе менән «Асылыкүл» тәбиғәт паркы йомғаҡлай. Шулай уҡ иң күп кеше йөрөгән йүнәлештәр иҫәбенә «Ирәмәл» (12 706 кеше) һәм «Еҙем» (6739 кеше) тәбиғәт парктары ла инде. Наил ШАКИРОВ фотоһы.