23 сентябрә, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идарал...
23 сентябрә, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Белорет ҡалаһы бүлеге начальнигы урынбаҫары Денис Вәлитов Ломовка ауылы мәктәбенең VIII-XI класс уҡыусылары менән етди һөйләшеү үткәрҙе. Осрашыу темаһы - йәштәрҙе енәйәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеүҙең заманса схемалары. Төп тезистар: - Гаджеттар аша вербовка: Енәйәтселәрҙең үҫмерҙәр менән төп элемтә каналы - мессенджерҙар һәм смартфондарҙағы социаль селтәрҙәр. Кураторҙар тиҙ аҡса эшләү теләгенә йәки фаш ителеү ҡурҡыуына баҫым яһап эш итә. - Дропперлыҡ һәм вандализм: Офицер үҫмерҙәрҙе законһыҙ финанс операцияларына йәлеп итеү схемаларын (үҙҙәренең банк карталарын тапшырыу), мөлкәтте, бина фасадтарын һәм һәйкәлдәрҙе “еңел аҡсаға” өсөн емереүҙе, боҙоуҙың нимәгә илтәсәге хаҡында аңлатты. - Был еңел эш хаҡы түгел, ә мутлашыусыларға, террористик ойошмаларға туранан-тура ярҙам итеү һәм енәйәт яуаплылығы, тип иҫкәртте Денис Анатольевич. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: хәүефһеҙлек һәр беребеҙҙән башлана! Законды белмәү яуаплылыҡтан азат итмәй!