Республикала Заһир Исмәғилевтең 110 йыллығы билдәләнә
Республикала Заһир Исмәғилевтең 110 йыллығы билдәләнә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала Указға ҡул ҡуйҙы. Заһир Ғарип улы Исмәғилев республикала профессиональ музыка сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес. Уның ижад өлгөләре Башҡортостан һәм Рәсәй музыка мәҙәнитенең алтын фондында һаҡлана. Заһир Исмәғилев СССР-ҙың халыҡ артисы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. композиторҙың 110 йыллығына арналған саралар 2027 йылда үткәрелә. Хөкүмәткә юбилей планын раҫларға ҡушылды. Беренсе вице-премьер Урал Килсенбаевҡа Указ үтәлешен контролдә тотоу бурысы йөкмәтелә.