Тауыш биреү көндәрендә кешеләрҙе үҙенә тартып, иғтибарҙы йәлеп итеп торған урындарҙың ...
Тауыш биреү көндәрендә кешеләрҙе үҙенә тартып, иғтибарҙы йәлеп итеп торған урындарҙың береһе булды 1297-се һайлау участкаһы. Әгәр райондың территориаль һайлау комиссияһы тарафынан һайлау участкалары урынлашҡан биналарҙы төрлө тематика буйынса биҙәүгә конкурс ойошторолһа, Пушкин урамындағы элекке китапханала урынлашҡан был участка, һис шикһеҙ, тәүге урындарҙың береһен алыр ине. Светлана Вәзирова етәкселегендәге команда һайлаусыларына яҡшы шарттар тыуҙырыу, уларҙың күңелдәрен күтәреү өсөн бик тырышҡан. Рәсәй Халыҡтары берҙәмлеге йылына, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған айырым экспозициялар ҡуйылған. Тауыш бирергә килгәндәрҙең һәр береһе иҫтәлеккә фотоға төшөп, рәхмәттәрен белдерә. Һәр кем үҙенә яҡын экспозицияны һайлай. Шулай уҡ ғаиләләре менән килгәндәргә «Бар ғаилә менән һайлауға» тигән фото төшөү урыны ла бар. Был учаскала ижад итергә яратҡан кешеләр йыйылған. Ике йыл буш торған бинаны үҙенсәлекле итеп биҙәүгә өлгәшкән улар. Светлана Владимировна әйтеүенсә, был экспозицияларҙы булдырыу өсөн улар оло быуын кешеләренә, балалар баҡсаларына мөрәжәғәт иткән. Нимә генә юҡ бында, боронғо суйын сөгөн, табалар, самауырҙар, батмустар, тирмә, мейес, башҡорт һәм рус милли кейемдәрендәге ҡурсаҡтар. Халыҡтар берҙәмлеге йылына, Ҙур һәм татыу ғаилә йылына барыһы ла тап ҡына килеп тора. Комиссия секретары Марина Оглобличева һайлаусыларҙы һәр йыл һайын үҙенсәлекле эштәре менән ҡыуандыра. Үткән һайлауҙарҙа ул участкалағы бар плакаттарҙы үҙ ҡулдары менән төшөргәйне. Уларға һәр эштә лә комиссия ағзаһы Светлана Андреева ярҙам итә. Комиссия рәйесе урынбаҫары Вадим Ноғаманов урамға бесән тейәлгән арба килтереп ҡуйған. Ат егеү кәрәк-яраҡтарынан, арбаға бесән, көнкүреш әйберҙәре һалынған. Арба янында көҙгө баҡса уңыштары урын алған. Был әйберҙәрҙе йыйыу өсөн Вадим Рәшит улына әллә нисә көн шәхси йорттар буйлап йөрөргә тура килгән. - Үҙем тырыштырған был күргәҙмәне, «Знакумдарҙа ҡунаҡта» тип атар инем, ти Вадим Ноғаманов йылмайып. Сөнки бала саҡта ауылдағылар ҡалала йәшәгән знакумдарына ҡунаҡҡа йөрөй ине. Һайлау участкаһы ҡаланың төп урамдарының береһе Пушкин урамының ҡап уртаһында юл буйында урынлашҡас, барыһы ла туҡталып ошонда фотоға төшә, ҡыҙыҡһынып ҡараусылар ҙа күп. 25-се башҡорт балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән Гүзәл Хөсәйенова тауыш биреп сыҡҡандан һуң, үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты. - Һайлауҙа һәр ваҡыт ҡатнашам. Элек бала саҡта атай-әсәйҙәргә эйәреп йөрөй инем. Һайлауҙа ҡатнашҡандарға талон бирәләр һәм һәр ваҡыт тәмле әйберҙәр һаталар ине, ошо хәтергә уйылып ҡалған. Был һайлау участкаһына тәүге тапҡыр килдем. Башҡа йылдарҙа беҙ икенсе участкала һайлай инек. Хәҙер беҙ йәшәгән урамды бында беркеттеләр. Яңы урында тауыш биреү оҡшаны. Бындай матурлыҡтарҙы күргәс, күңел күтәрелеп китте. Рәхәтләнеп фотоға төштөм. Комиссия ағзаларының да кәйефтәре шәп, әллә ҡайҙан байрам атмосфераһы һиҙелеп тора, - тине Гүзәл Вәли ҡыҙы. Сатура Минһажитдинова. Автор фотолары.