БӨГӨН - УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ
БӨГӨН - УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ Ерҙең йәшел ҡалҡаны - урман да һаҡлауға, ҡурсалауға мохтаж. Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә илебеҙҙә үҙ иңенә ошо зарури бурысты йөкмәүселәр - Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Эйе, урмансылыҡ элек-электән мәртәбәле, абруйлы һәм шул уҡ ваҡытта ғәйәт ҡатмарлы, яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Был тармаҡта осраҡлы кешеләр юҡ - бары ваҡыт, намыҫ, булдыҡлылыҡ менән һыналғандар ғына. Айырыуса бөгөн, урман хужалығы кадрҙарға ҡытлыҡ кисергәндә, һәр хеҙмәткәр алтынға бәрәбәр. Эш - ауыр, хеҙмәт хаҡы түбән тимәй улар, оло теләк, мөкиббәнлек менән үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡала. Тармаҡ эшен камил белгән шундай фиҙаҡәрҙәр - Тирлән урман хужалығының урман тергеҙеү инженеры Альберт Рәис улы МЫРҘАҒӘЛИН менән Башҡортостан Республикаһы “Урмансылыҡтар идаралығы”ның Тирлән урман хужалығы бүлексәһе етәксеһе Илһам Ғәлләм улы ЙОСОПОВ. Урман һағында тора ирәмле ирҙәр