#ВашВыбор2026#ЕДГ2026
#ВашВыбор2026#ЕДГ2026 Сермәндән Хәтиуллиндар ғаиләһе өсөн һайлауҙа ҡатнашыу - ул ябай ғына бурыс түгел, ә изге ғаилә традицияһы. Йыл һайын улар һайлау участкаһына бергәләп килә һәм балаларына һәр тауыштың мөһим икәнен күрһәтә. Быйыл ғаилә делегацияһының составы тулыланды. Ҡыҙҙары Динә тәүге тапҡыр ата-әсәһе, һеңлеләре менән бергә һайлауға килде. Был мәлде онотолмаҫлыҡ итеү өсөн, һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе Айгөл Ғибәҙуллина ҡыҙға иҫтәлекле бүләк тә тапшырҙы. Хәҙер ҙур һәм татыу ғаиләлә яуаплы һайлаусылар тағы ла берәүгә артты.