Берҙәм тауыш биреү көндәренең һуңғы көнө. Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙың икен...
Берҙәм тауыш биреү көндәренең һуңғы көнө. Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙың икенсе көнөндә халыҡтың 54,64%-ы тауыш бирҙе. Бөгөн дә һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем эшләйәсәк. Ике көн дауамында Инйәрҙең 1324-се участка һайлау комиссияһы һайлаусыларын дәртле көйҙәр һәм күңелле атмосфера менән ҡаршы алды. Ҡайһы бер һайлаусылар хатта бейеүгә төшөп китте һәм рәхәтләнеп тыпырҙатып та алды. Һеҙ ҙә, милләттәштәр, ошо матур, дәртле апайҙар кеүек, үҙегеҙҙең участкағыҙға бейеп кенә барып, гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәп ҡайтығыҙ!