#ВашВыбор2026#ЕДГ2026
#ВашВыбор2026#ЕДГ2026 Бөгөн һайлауҙың икенсе көнө. Ауылда тормош гөрләй: берәүҙәр тауыш бирһә, икенселәре йәрминкәләргә ашыға. Урындағы халыҡ баҡсаларында үҫтергән емеш-еләген, йәшелсәһен, бал-ҡымыҙын, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән ризығын һәм ҡул эштәрен һатыуға сығара. Социаль-мәҙәни үҙәктә урынлашҡан 1339-сы һайлау участкаһына ла Сермән ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы гражданлыҡ бурысын дәррәү һәм ойошҡанлы үтәй. Сермән, Аҙнағол, Сатра, Йәндек, Иҙел һәм Дачная тораҡ пункттары ҡараған участка һайлау биләмәһендә икенсе көн һайлау ҙа бара, йәрминкә лә үтә. Халыҡты ҡупшы кейенгән комиссия ағзалары ҡаршы ала.