#ВашВыбор2026#ЕДГ2026
#ВашВыбор2026#ЕДГ2026 Һәр һайлаусының һайлау участкаһына килергә үҙ сәбәбе бар. Ә бына Абҙаҡтан Регина Әминева менән Ейәнсура районынан Айнур Ғөбәйҙуллин өсөн ул бөгөн айырыуса иҫтәлекле. Уларҙың ғаилә тормошо изге никах йолаһы менән генә түгел, ә 1305-се һайлау участкаһына килеү менән башланды. Кәләш Өфөнөң балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, ә кейәү инженер-төҙөүсе. Яҙмыш уларҙы Өфөлә осраштырған, хәҙер йәш ғаилә республикабыҙҙың баш ҡалаһында йәшәй, эшләй һәм үҙ йортон ҡорған. Бөгөн уларҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе тәүҙә мәсет көмбәҙе аҫтында, ә һуңынан һайлау участкаһы залында бергә йыйылды. Бюллетендәргә билдә ҡуйып, йәштәр ир менән ҡатын статусында тәүге мөһим уртаҡ ҡарарҙарын ҡабул иттеләр. - Үҙ юлыбыҙҙы нәҡ бөгөн башлайбыҙ. Ғаилә, эш, тыуған ауыл һәм республика - былар барыһы ла тормошобоҙҙоң бер өлөшө, улар өсөн беҙ яуаплы. Һәм тормошто гражданлыҡ бурысын үтәүҙән башлау - беҙҙең өсөн дөрөҫ аҙым, - ти Ғөбәйҙуллиндар. Һайлау комиссияһы ағзалары яңы өйләнешкән парҙы йылы ҡотлап, уларға бәхетле ғаилә тормошо, именлек теләне һәм һайлауҙарға бергә килеүҙәре уларҙың ғаиләһендә матур йолаға әйләнеренә өмөт белдерҙе. Был осраҡ шәхси байрамдарҙың республика һәм илдең киләсәгенә яуаплы ҡараш менән гармониялы рәүештә үрелеп барыуына сағыу миҫал булды. Әйткәндәй, Абҙаҡ ауылы хакимиәте халҡы Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай өсөн генә тауыш биреп ҡалмай, бында үҙидара органдарына өҫтәмә һайлау бара. 1305-се һайлау комиссияһы рәйесе Хәтижә Ғайсина белдереүенсә, участкала мендән ашыу һайлаусы иҫәпләнә. Абҙаҡ һайлау участкаһы буйынса барлығы 58 граждан өйҙә тауыш биреүгә ғариза биргән. Улар, башлыса, оло йәштәгеләр, сәләмәтлектәре буйынса өйҙән сығып йөрөй алмағандар. Комиссия ағзалары бөгөн ғариза биреүселәрҙе Мөхәмәттә тауыш бирҙертһә, иртәгә күсмә тауыш бирҙертеү Уралтауҙа, һайлауҙарҙың һуңғы көнөндә Абҙаҡта ойошторола. Шулай уҡ мөхәмәттәр автобус менән килеп, гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк.