БӨГӨН - МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ
БӨГӨН - МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ Милли кейем – оҙон тарихи юл үткән, халыҡтың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырған, быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы. ҺҮРӘТТӘ: "Урал" гәзите мөхәррире Сатура Минһажитдинова, урынбаҫары Нурдидә Ғарипова, хөрмәтле матбуғат ветерандары - Фәриха Вәлиуллина, Зөлфирә Сөләймәнова, Гөлсөм Мостафина, Зилә Абзалова, Резида Ғәҙелшина. Эске матурлыҡ иң элек нурлы күҙҙәрҙә, яҡты, мөләйем йөҙҙә сағыла. Йылдар дауамында рух бишеге - “Урал”дың йөҙөк ҡашы булған күркәм ҡиәфәтле, зауыҡлы, итәғәтле ханымдар әле һаман йәш сырайлы, ҡупшы, бәҫле, нәзәкәтле. Өҫтәрендәге милли костюм - ҡыршаулы күлдәк, бәрхәт бишмәт, флер яулыҡ, гәләбәш, һаҡал-селтәрҙәр ҙә, ана, ҡайһылай килешеп тора үҙҙәренә! Һарысайҙың баҙыҡлығы ла тоноҡланып ҡалғандай хатта... Һеҙ ҙә комментарийҙа милли кейемдәге фотоһүрәттәр менән уртаҡлашығыҙ.