Президент Владимир Путин уҡыусылар һәм студенттарҙы Белем көнө менән ҡотланы
Президент Владимир Путин уҡыусылар һәм студенттарҙы Белем көнө менән ҡотланы Ил башлығы 1-се класс уҡыусыларына теләктәр еткерҙе. Владимир Путин билдәләүенсә, мәктәп тормоштоң яңы яуаплы һәм мауыҡтырғыс этабына юл аса. Өлкәндәрҙең дә яуаплылығы ҙур. Маҡсат -йәштәргә үҙ урынын табырға, һәләттәрен асырға ярҙам итеү. Был эш заманса белем биреү системаһы, йолалар һәм мәҙәниәткә таянып башҡарылырға тейеш. "Тап һеҙгә беҙҙең бөйөк Ватанбыҙҙың ҡаҙаныштарын һәм еңеүҙәр тарихын дауам итергә тура киләсәк", - тине Владимир Путин.