🍁 Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә.
🍁 Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә. 🍁 Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ. 🍁 Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр. 🍁Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр. 🍁Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер. 🍁Көҙөн ҡайын менән имән япраҡтары бер юлы ҡойолмаһа, ҡыш ҡаты киләсәк. 🍁 Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер. 🍁Әгәр көҙ серәкәй осһа, ҡыш йомшаҡ килер. 🍁Ҡырмыҫҡа ояһы ҙур булһа, ҡыш һалҡын була.