Белореттан Айсар Бирғәлин УАЗ машинаһын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә та...
Белореттан Айсар Бирғәлин УАЗ машинаһын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә тапшырҙы. Айсар Вәис улы урман янғын һүндереүсеһе булып эшләй. Районыбыҙҙы тәбиғәт һәм урман янғындарынан һаҡлай - ялҡынды ваҡытында асыҡлай, иҫкәртә һәм һүндерә. Ярҙам итергә һәм яҡларға өйрәнгән кеше ул. Алғы һыҙыҡта техниканың ни тиклем кәрәклеген дә яҡшы белә. Сөнки кейәүе шунда хеҙмәт итә, уның менән даими бәйләнештә торалар. Ярҙам итергә мөмкинлек тыуғас, ул бер минут та икеләнмәгән. Айсар Вәис улы, изге йөрәгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Егеттәребеҙгә ярҙам иткән барлыҡ битараф булмаған кешеләргә лә рәхмәтлебеҙ. Машинаны октябрь аҙағында сираттағы гуманитар ылау менән ебәрәсәкбеҙ. Гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Район хакимиәтендә 10 октябргә тиклем вахтала шәхси посылкалар ҡабул ителә. Мөмкин булған сумманы махсус иҫәпкә күсерергә мөмкин. Иҫәптәге аҡса тик Белорет районынан булған СВО яугирҙәре өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алыуға ғына тотонола. Гуманитар ярҙамды ойоштороусы — Михаил Посаженников, тел. 8-964-957-00-30. Еңеү беҙҙә буласаҡ! Сығанаҡ: Азат Хәкимов