Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында «Экологик именлек» милли проектының маҡсатта...
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында «Экологик именлек» милли проектының маҡсаттарын һәм бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы урман инспекторы» ведомство конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурста ҡатнашырға төбәк белгестәренән 16 ғариза килде. Профессиональ белемдәрен баһалау һөҙөмтәһендә жюри үҙ йүнәлештәрендә иң көслөләрҙе билдәләне. «Иң яҡшы урман һағы инспекторы» номинацияһында Рауил Әбдрәшитов (Ғафури урмансылығы) еңеү яуланы. «Иң яҡшы федераль дәүләт урман контроле (күҙәтеүе) инспекторы» номинацияһында Белорет район-ара бүлегенән Дим Ғиләжев беренсе булды. Ул шулай уҡ онлайн-тауыш биреү барышында иң күп тауыш йыйып, «Халыҡ һайлауы» номинацияһында ла ышаныслы еңеү яуланы. Конкурстың абсолют еңеүсеһе һәм «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы урман инспекторы» тип Әхтәм Фәйзуллин (Әбйәлил урмансылығы) танылды. Бөгөн урмансы хеҙмәте технологик яҡтан үҙгәрҙе: ҡағыҙ карталар урынына һанлы сервистар һәм гаджеттар килде. Хеҙмәт ҡаҙаныштарын таныу һәм ялан шарттарында эш һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында номинация еңеүселәренә заманса смартфондар тапшырылды. Конкурстың төп призы — яңы квадроциклға сертификат абсолют еңеүсе Әхтәм Фәйзуллинға тантаналы рәүештә тапшырылды. — Бындай профессиональ ярыштар үткәреү — хеҙмәткәрҙәребеҙҙе дәртләндереүҙең мөһим ҡоралы һәм халыҡ, йәштәр араһында урмансы һөнәрен популярлаштырыуҙың төп элементы. Урман инспекторы һөнәре бөгөн традицияларға тоғролоҡто ғына түгел, ә һанлы технологияларҙы юғары кимәлдә үҙләштереүҙе лә талап итә. Эшебеҙҙең абруйы үҫә барыуын күрәбеҙ. Иң яҡшы белгестәрҙе заманса гаджеттар һәм махсус техника менән бүләкләү коллективтарҙың рухын күтәреп кенә ҡалмай, Башҡортостандың урман байлыҡтарын тағы ла тиҙерәк һәм ышаныслыраҡ һаҡлау өсөн практик мөмкинлектәр ҙә бирә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.