Белорет металлургия комбинатында хеҙмәткәрҙәрҙе күсмә диспансеризациялау уҙғарыла. Тикш...
Белорет металлургия комбинатында хеҙмәткәрҙәрҙе күсмә диспансеризациялау уҙғарыла. Тикшереүҙе Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре комбинаттың сәләмәтлек пункттарында үткәрә — был хеҙмәткәрҙәргә эштән айырылмайынса һәм иң уңайлы шарттарҙа тикшереү үтергә мөмкинлек бирә. Диспансеризацияға ярашлы хеҙмәткәрҙәр дөйөм ҡан анализы, холестерин һәм глюкозаға ҡан анализы тапшыра, ЭКГ, күҙ эсе баҫымын үлсәү, , маммография һәм башҡа тикшеренеүҙәр үтә ала. - Даими диспансеризация - сирҙәрҙе асыҡлау һәм киҫәтеү эшендә һөҙөмтәле ҡорал. Күсмә формат күберәк хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итергә, тимәк, уны тағы ла һөҙөмтәлерәк яһырға мөмкинлек бирә. БМК-ның барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен дә үҙ һаулығын тикшереү мөмкинлегенән файҙаланырға саҡырабыҙ», — тине БМК-ның персонал менән эшләү буйынса идаралыҡ директоры Александр Кучеров. Комбинаттың матбуғат хеҙмәте.