Республика көнө уңайынан үткән тантаналы сарала Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир П...
Республика көнө уңайынан үткән тантаналы сарала Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Рәхмәт хаты менән «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте филиалы — Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығының етештереү буйынса начальник урынбаҫары Владимир Левичев бүләкләнде. 2022 йылдан 2024 йылға тиклем Владимир Анатольевич юлдарҙы тергеҙеү эштәрендә ҡатнашыу өсөн Луганск Халыҡ Республикаһына барғайны. Ул атаһы — Рәсәйҙең Почетлы юлсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, 25 йыл дауамында Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығын етәкләгән Анатолий Валентинович Левичевтың юлынан киткән. Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.