Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү иғтибар үҙәгендә т...
Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү иғтибар үҙәгендә тора. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы был изге эштән ситтә ҡалмай, патриотик акцияла даими ҡатнашып килә. Уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ата-әсәләрҙең дөйөм тырышлығы менән яңыраҡ йыйыу пунктына гуманитар ярҙам тапшырҙыҡ. Ун алты ҡап посылкаға ҡул һәм күңел йылыһын ҡушып, өй һалмаһы, бауырһаҡ, сәк-сәк, сәй, ҡәһүә, кәнфиттәр, ҡуйыртылған һөт, ит, балыҡ һәм йәшелсә консервалары, шулай уҡ дарыуҙар (таблеткалар, бинт, пластырҙар), йылы свитер, футболка, ойоҡ, бирсәткәләр һәм шәхси гигиена саралары һалынды. Быларҙың барыһы ла махсус хәрби операция зонаһына ебәрелде. Гимназияла маскировка селтәрҙәрен үреү мөһим урын биләй. Тарих уҡытыусыһы Гүзәл Бирғәлина етәкселегендә уҡытыусылар, юғары класс уҡыусылары һәм ата-әсәләр, дәрестәрҙән һуң, ял көндәрендә лә килеп, маскировка селтәрен үреп, еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Һәр бәйләнгән таҫма - яугирҙарыбыҙҙы ҡурсалап, иң мөһиме - ғүмерҙәрен һаҡлап торһон! Посылкаларҙағы иң ҡиммәтле әйбер - уҡыусыларҙың хаттары. Ҙур ихласлыҡ, еңеүгә ышаныс һәм ғорурлыҡ менән яҙа улар был хаттарҙы. Балаларҙың яугирҙар өсөн эшләгән «изгелек талисмандары» ла иғтибарға лайыҡ. Был "һаҡлағыстар" уларҙы өйҙә һағынып көтөүҙәре, ышаныуҙары тураһында иҫкә төшөрөп торасаҡ. Гимназия уҡытыусыларының аҡсалата ярҙамы ла яугирҙарҙың ихтыяждарына йүнәлтелә. Изге эштән ситтә ҡалмаған һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ! Тик бергә һәм берҙәм булып, оҙаҡ көтөлгән еңеүҙе яҡынайта алабыҙ! Гөлназ БАЙРАМҒӘЛИНА, директорҙың тәрбиә һәм балалар йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе