Республикала үткән тәүлектә 9 урында ҡоро үлән янған.
Республикала үткән тәүлектә 9 урында ҡоро үлән янған. Бындай осраҡтар Әбйәлил, Белорет, Ғафури, Мәләүез һәм Хәйбулла райондарында, шулай уҡ Күмертау ҡалаһында теркәлгән. Баймаҡта өс осраҡ булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, 8 урында ут һүндерелгән. Башҡортостанда юғары янғын хәүефе һаҡлана. Белгестәр халыҡты иғтибарлы булырға саҡыра.
37 просмотров