Ирекмәндәр сираттағы сәфәрҙән ҡайтты.
Ирекмәндәр сираттағы сәфәрҙән ҡайтты. Был юлы биш машина һәм бер квадроцикл, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм костюмдары, дронға ҡаршы өҫ кейемдәре, окоп шәмдәре, төҙөлөш материалдары, запчастар, янғын һүндергестәр, госпиталдәр өсөн кәрәкле әйберҙәр, һыу, аҙыҡ-түлек, адреслы посылкалар алып барҙыҡ. Барыһы ла адресаттарға еткерелде. Егеттәр бөтә һуғыш хәрәкәттәре линияһы буйлап йөрөп сыҡты. Район халҡына, кемдәр йөк йыйған һәм уны илтеп биргән ирекмәндәргә рәхмәт әйткем килә. Һәр коробка һәм һәр посылка артында иғтибарығыҙ, хәстәрлегегеҙ һәм хеҙмәтегеҙ тора. Һәр берегеҙгә рәхмәт! Бергә – көслөрәк. Сығанаҡ: Азат Хакимов.