Бышҡортостан: аҙнаның мөһим яңылыҡтары
Бышҡортостан: аҙнаның мөһим яңылыҡтары Өфө Дәүләт нефть техник университеты студенты Лина Закирова Сеулда үткән "Miss Asia Awards" конкурсында еңеүсе булды. Башҡортостан Башлығы Үзбәкстандағы «Бекабад» технопаркына тәүге ташты һалды. Был республиканың Рәсәйҙән ситтәге тәүге сәнәғәт паркы. Башҡортостан адаптив спортты үҫтереүҙә алдынғыларҙың береһе булды. Төбәктең уңыштары Красноярскиҙа «Рәсәй – спорт дәүләте» халыҡ-ара форумында билдәләнде. Күреү һәләте насар булған һәм һуҡырҙар араһында ҡаяға үрмәләү буйынса Башҡортостан Чемпионатында Дәүләт нефть техник университеты студенты Артем Бондаренко абсолют еңеүсе булды. Алда егетте халыҡ-ара ярыштар һәм 2028 йылда үтәсәк паралимпиадаға һайлап алыу көтә. Сәмәрҡәндтәге саммитта Өфө хосписының тәжрибәһе күрһәтелде. «Бәхет территорияһы», «Өфө хосписы» һәм «Воскресенский собор» хәйриә фондтары попечителлек советтары рәйесе Каринэ Хәбирова «Тормош сифатына инвестициялар: балаларҙың паллиатив ярҙамын һәм уларҙың ғаиләләрен нығытыу» секцияһында сығыш яһаны. Өфөгә 40 мең йыллыҡ Люба ҡайтты. Башҡортостан Милли музейында легендар мамонт балаһы Люба менән күргәҙмә асылды. Ямал тундраһында табылған мумия ошондай табыштар араһында иң яҡшы һаҡланғандарҙың береһе тип һанала. Агророботтар һәм пилотһыҙ осоусы аппараттар: киләсәк фермерҙарын мәктәптән үк әҙерләй башлаясаҡтар. Башҡортостанда ауыл хужалығында иртә һөнәри йүнәлеш биреүгә өҫтөнлөк бирелде. Әлеге ваҡытта республикала 150 мәктәптә 248 агрокласс эшләй. Башҡортостандың бер ауылында 10 мең ағас ултыртылды. Шишмә районында «Урман ултырт» акцияһында мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр һәм ауыл халҡы ҡатнашты. "AY YOLA" "Рәсәй" телеканалындағы «Ну-ка, все вместе!» шоуында эксперт булды һәм Николай Басков менән Сергей Лазаревты "Һомай" йырына бейетте. Башҡортостан Башлығы хоккейсы Григорий Панинға КХЛ-да 1000-сы уйыны уңайынан Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. «Был иҫ киткес һөҙөмтә! Еренә еткереп эш башҡарған, команданы алға әйҙәгән, боҙҙа бик ауыр эштәр башҡарған ысын ир-егет, капитан. Әлбиттә, уға оҡшарға теләгән меңләгән беҙҙең малайҙарға өлгө булып тора», — тип билдәләне төбәк етәксеһе.