Һуңғы уҡыу аҙнаһының тәүге уҡыу көнө ғәҙәттәгесә мәктәп линейкаһынан башланып китте.Көн... — 18 мая 2026 г. в 16:49:12.665
Һуңғы уҡыу аҙнаһының тәүге уҡыу көнө ғәҙәттәгесә мәктәп линейкаһынан башланып китте.Көндәр аяҙ,ҡояшлы булғас,линейка мәктәп алды майҙанында үтте. Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагын күтәреү хоҡуғы «Ҙур Тәнәфес – Большая перемена» Бөтә Рәсәй конкурсы ярым-финалисы, Силәбе өлкәһе хөкүмәте этно-блогеры, «Беренселәр хәрәкәте» беренсел бүлексәһе рәйесе урынбаҫары, 9 класс уҡыусыһы Нишанова Алтынайға бирелде. Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагын күтәреү хоҡуғына уҡыусылар советы рәйесе ярҙамсыһы, ике тапҡыр артековсы, Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе, «Беренселәр хәрәкәте» беренсел бүлексәһе рәйесе урынбаҫары, 9 класс уҡыусыһы Мәкәримова Ынйы лайыҡ булды. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия -интернаты флагын уҡыу алдынғыһы, артековсы, олимпиадалар еңеүсеһе, «Беренселәр хәрәкәте» беренсел бүлексәһе секретаре, 9 класс уҡыусыһы Сафина Сулпан күтәрҙе. Тәүге һүҙ гимназия етәксеһе , директор Илнур Рифат улы Сәлиховҡа бирелде, ул яңы аҙнаға пландарҙы әйтеп , балалар йәмәғәт берләшмәләре һәм ойошмалары ,Рәсәй эшҡыуарлығы көндәрен билдәләп үтте. Ошо уңайҙан ҡунаҡҡа килеүсе сығарылыш уҡыусыбыҙ "Батырхан " төҙөлөш - етештереү компанияһы директоры Хәмиҙуллин Батырхан Булат улы сығыш яһаны , ул да үҙ сиратында гимназистарға уңыштар теләне. « Беренселәр һәр саҡ беренсе булығыҙ,тине ул. Май айы һөҙөмтәле булды, уҡыусыларҙың олимпиада , конкурстарҙа, спорт ярыштарында ихлас ҡатнашып, призлы урындар алыуҙары һоҡландыра.Директор Илнур Рифат улы һәм уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Азамат Зәкир улы уҡыусыларға уныштар теләп грамоталар, рәхмәт хаттары, миҙалдар тапшырҙылар.Уҡыуҙың һуңғы көндәре лә мауыҡтырғыс һәм унышлы булһын! #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова

