«Тауышында тарих»-«История в звуке».
«Тауышында тарих»-«История в звуке». Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбендә ошо исем аҫтында халыҡ уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың Төбәк-ара онлайн фестиваль-конкурсы үтте, ул ошо мәктәптең элекке директоры Әхиәт Ғәйетбаев иҫтәлегенә арналды. Был саранан беҙҙең гимназияның ҡурайсылары ла ситтә ҡалманы. Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле «Ансамбль» номинацияһында l урын яуланы. Айырым башҡарыусылар араһында Әхмәтдинов Артур һәм Мәзитов Иҙел ll дәрәжәле , ә Латыпов Самир lll дәрәжәле Дипломға лайыҡ булды. Ҡурайсыларҙың етәксеһе Баймырҙин Вәсил Ришат улын һәм йәш таланттарҙы ҡотлайбыҙ! #Историявзвуке #Звукикурая #Беренселәр #БРГИ1имениРамиГарипова