Перейти к содержимому
Максиметер

Хөрмәтле Әлфис Суфиян улы!

Хөрмәтле Әлфис Суфиян улы! Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының педагогик коллективы Һеҙҙе, республикабыҙҙың абруйлы һәм хөрмәтле уҡытыусыһын, мәртәбәле байрамығыҙ – 70 йәш тулыу айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай. Күркәм юбилейығыҙҙы һеҙ мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар арымай-талмай уңышлы хеҙмәт итеүсе булараҡ ҡаршылайһығыҙ. Тырыш, тапҡыр, ныҡышмал булыу арҡаһында уйлаған уйҙарығыҙҙы тормошҡа ашыраһығыҙ, теләгән теләктәрегеҙгә ирешәһегеҙ.Шиғри күңелле кеше булараҡ матур шиғырҙарығыҙ менән уҡыусыларығыҙҙы һөйөндөрәһегеҙ! Хөрмәтле Әлфис Суфиян улы! Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты администрацияһы, педагогик коллективы, ветерандар коллективы һәм меңләгән сығарылыш уҡыусыларыбыҙ исеменән Һеҙгә оҙон-оҙаҡ йылдарға етер һаулыҡ, оло хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәләрен күреп, донъя именлегенә һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәттә тыныс йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова

Канал в каталоге Максиметера

880 подписчиков · Образование

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Образование»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.