🌹БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР — 1 июня 2026 г. в 10:54:30.043
🌹БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР Бала бар ерҙә батша юҡ. Бала - ата-инәгә алтын бағана. Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер. Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән. Бала ҡарыныңда саҡта - эсеңә ауыр, өйҙә саҡта - башыңа ауыр, ситкә китһә - йәнеңә ауыр. Балалы тормош - мең хәсрәт, балаһыҙ - бер хәсрәт. Балаһыҙ кеше кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр. Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер, Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер. Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ. Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс. Ир бала – йортҡа терәк. Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең. Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, Апаһын күреп, һеңле үҫер. Ир бала атаһына таяу, Ҡыҙ бала өй эсендә буяу. Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә - көйҙөрә. Улың булһа, олоҡло менән күрше бул, Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул. Ҡыҙы барҙың наҙы бар. Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт. Улың булһа, олоҡло менән күрше бул, Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул. Ҡыҙы барҙың наҙы бар. Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт. Беҙҙең төркөмгә рәхим итегеҙ: https://vk.com/kurultaibashkir

