Бөгөн -Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. — 1 июня 2026 г. в 08:12:50.872
Бөгөн -Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Йәй илебеҙҙә һәм бөтә донъяла үҙенсәлекле байрамдарҙың береһе—Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән башланып китә. Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү – һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Балаларҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнағыҙ, күңел йылығыҙҙы һәм иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡлағыҙ. Балаларҙың шат тауыштары яңғырап торһа, илебеҙҙең таңдары тыныс атһа, тимәк, киләсәгебеҙ бар, тормош дауам итәсәк! #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова

