Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Һуңғы ҡыңғырау та... — 26 мая 2026 г. в 16:33:41.787
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы үтте. Был көн — уҡыусылар өсөн дә, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн дә айырыуса тулҡынландырғыс һәм иҫтәлекле ваҡиға. Быйыл гимназияны 130-ҙан ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы тамамлай. Улар өсөн мәктәп йылдары артта ҡала, ә алда — яңы маҡсаттар, ҙур өмөттәр һәм оло тормош юлы. Тантаналы сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты: Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы, гимназиябыҙҙың 1998 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Фәнүр Рәфис улы Шәйхисламов, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Морат Нил улы Ишемғолов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, гимназиябыҙҙың 1985 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Рәил Рамаҙан улы Әбдрәхимов һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының йәштәр сәйәсәте буйынса проректоры Антон Сергеевич Глазков, 2000-2004 йылдарҙа гимназия директоры, Өфөнөң күп профилле профессиональ колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй мәғарифы алдынғыһы Санъяров Фәнзил Бүләк улы. Гимназия-интернат директоры Илнур Рифат улы Сәлихов үҙенең ҡотлау телмәрендә ата-әсәләргә, уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм уңыштар теләне. Сара барышында, ата-әсәләр, тәрбиәселәр, класс етәкселәре һәм сығарылыш уҡыусылары ла сығыш яһап, күңел түренән сыҡҡан йылы теләктәрен еткерҙе. Байрамды “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре һәм “Гәлсәр” вокал ансамблдәренең сағыу сығыштары йәмләне. Һуңғы ҡыңғырау — бала саҡ менән хушлашыу ғына түгел, ә яңы тормошҡа тәүге аҙым да. Ҡәҙерле сығарылыш уҡыусыларыбыҙ! Юлығыҙ һәр саҡ яҡты, хыялдарығыҙ бейек булһын! Гимназия һеҙҙең менән ғорурлана! #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова

