Май айының иң матур көндәрендә йәш коллегаларыбыҙҙың береһе Шәүрә Шәһит ҡыҙының юбилейл... — 16 мая 2026 г. в 02:15:26.029
Май айының иң матур көндәрендә йәш коллегаларыбыҙҙың береһе Шәүрә Шәһит ҡыҙының юбилейлы тыуған көнө. Үҙе ихлас, иғтибарлы, илһамлы кеше, дәртле итеп эшләп йөрөүсе , балаларҙы яратыусы педагог ул. Маҡсатлы, талапсан, үҙ һүҙен тура әйтә белеүсе кеше булараҡ, балалар менән уртаҡ тел таба ала, уларҙы ҙур еңеүҙәргә әйҙәй! Байрам уңайынан Шәүрә Шәһит ҡыҙын гимназия коллективы ихлас ҡотлай, киләсәктә уңыштар теләй. Ныҡлы һаулыҡ, яңы уңышлы проекттар, ижади бейеклектәр насип булһын!🎉🥳🎉🥳🎉

