Халыҡ-ара Ғаилә көнө менән! — 15 мая 2026 г. в 09:45:35.558
Халыҡ-ара Ғаилә көнө менән! Ғаиләбеҙ матур, имен, балаларыбыҙ сәләмәт, тәүфиҡлы, эшһөйәр булып үҫһен! Татыулыҡта гөрләтеп йәшәргә яҙһын! Халыҡ-ара Ғаилә көнө менән! 15 май - Халыҡ-ара Ғаилә көнө. Был байрам 1993 йылдан башлап билдәләнә. Халҡыбыҙҙа борон-борондан ғаилә иң төп ҡиммәттәрҙең береһе һаналған. Тормоштоң ниндәй генә хәлдәрендә лә яҡындарыбыҙға һыйынабыҙ, уларҙан аңлау, аяу, йылы һүҙҙәр көтәбеҙ. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ихлас, йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға яҙһын. Тормош ҡото, йәшәү матурлығы – ғаиләлә. Именлек, татыулыҡ, иман һәм бәрәкәт юлдашығыҙ булһын, дуҫтар! Ғаиләм – ҡәлғәм. Был тормоштоң ялҡынынан, Буранынан, һалҡынынан, Ҡоролоғо, ташҡынынан, Бысрағынан, юшҡынынан, Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм – Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм! Бында мине һәр кем аңлай, Эс серемде һәр кем тыңлай, Көрәштәрҙән арып-талған Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай, Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм – Яҡындарҙан яҡын ғаиләм! Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш, Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш, Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ, Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ, Яҡлай мине изге ҡәлғәм – Ышаныслы, татыу ғаиләм! Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк, Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк, Бында ярҙам, изге теләк, Бында һөйөп тибә йөрәк, Имен булһын ғәзиз ғаиләм – Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм! Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары

