Көҙгө сыуаҡ көндә иң матур байрамдарзын береһе - Халыҡ-ара ололар көнө билдәләнә...
Көҙгө сыуаҡ көндә иң матур байрамдарзын береһе - Халыҡ-ара ололар көнө билдәләнә. Һәр ҡайһыбыҙ өсөн был-йылылыҡ һәм ихласлыҡ, хөрмәт һәм мөхәббәт менән һуғарылған бик үҙенсәлекле байрам Был дата - оло быуын вәкилдәренең йәше, ғүмер юлдары тураһында иҫкә төшөрөү генә түгел , ә уларға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереү мөмкинлеген дә бирә. Беҙҙең гимназия коллективы ла, ветеран коллегаларыбыҙзы сакырып ҡунаҡ итеп, байрам кәйефе бүләк итте. Хөрмәтле ветерандарыбыҙ! Һеҙ — аҡылығыҙ, бай тормош тәжрибәгеҙ һәм күңел йомартлығығыҙ менән ғаиләләребеҙгә һәм бөтә йәмғиәтебеҙгә ышаныслы таяныс булған быуын. Рәхмәт һеҙгә! Алтын көҙҙә - Алтын Аҡыл көнө! Ҡаршылайыҡ яҡты йөҙ менән! Донъя матур бары һеҙҙең менән, Һеҙҙең күҙҙәрҙәге осҡон менән, Һеҙҙең йөрәктәге ҡуҙ менән! Ф. Абдуллина. #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова