9 Г шайморатовсылар класы уҡыу менән генә мәшғүл түгел, төрлө сараларҙа ла ҡатнашырға ө...
9 Г шайморатовсылар класы уҡыу менән генә мәшғүл түгел, төрлө сараларҙа ла ҡатнашырға өлгөрә, уҡыусылар беренсе сиректең аҙағында Инорс биҫтәһе менән танышып сыҡты. Был экскурсия Президент гранттары Фонды ярҙамында «Өфө буйлап Инженер маршруты: киләсәккә аҙым» грант проекты сиктәрендә булдырылған. Күптәр өсөн Инорс ысын асыш булды, уларҙың күбеһе был районда беренсе тапҡыр күрә. Гимназистар өсөн был яңы ҡалаға сәйәхәт кеүек булды , улар «йоҡо» районын ғына түгел, ә республиканың инженер ҡеүәте урынлашҡан урынды күрҙеләр. Ысын су-27, Су-25 һәм МиГ-29 самолеттары, эсендә авиадвигатель булған «Ваҡыт машинаһы», герой-инженерҙарға муралы һәм Өфөнөң иң боронғо ғибәҙәтханаһы — былар барыһы уҡыусыларҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ был биҫтәнең билдәле шишмә һыуынан да ауыҙ итте улар. Гимназистар билдәле күп урындарҙы, ҡомартҡыларҙы күреп, үҙҙәрен ошо ваҡиғаларҙың шаһиты итеп тойоп ҡайттылар.Класс менән сәйәхәт дуҫлыҡты нығыта һәм балаларҙың күңелендә тарихҡа, Тыуған илгә , үҙ еренә ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғолары уята. Өфө ҡалаһының һәр бер районы үҙе бер тарих икәненә тағы бер тапҡыр инанды балалар. #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова