🚀🚀🚀Фотола Санкт Петербург ҡалаһындағы В.Глушко исемендәге космонавтика музейы экспон... — 12 апреля 2026 г. в 10:35:29.512
🚀🚀🚀Фотола Санкт Петербург ҡалаһындағы В.Глушко исемендәге космонавтика музейы экспонаттары, 2024 йыл. "Союз 16" карабының ысын космоста "йөрөп" ҡайтҡан ергә төшөү аппараты. Тышында космонавт автографы яҡшы күренә. Ю.Гагариндың "Восток" космик карабы макеты һәм скафандр макеты. Был музейҙың урынында 1930 йылдарҙа илдәге тәүге ракета яғыулығы эшләү буйынса тәжрибә-конструктор үҙәге урынлашҡан булған. Уны ғалим Валентин Глушко етәкләгән. Әйткәндәй, был бүлектә эшләгән ғалимдарҙың ҡайһы бер асыштары "Катюша" тип аталған легендар хәрби техниканы етештереүҙә ҡулланылған, тиелә. Бына шундай булған кешелектең космосҡа илткән юлы. Меңәрләгән ғалимдарҙың асыштарынан, бәләкәй аҙымдарҙан һәм ҙур еңеүҙәрҙән торған ул. Космонавтика көнө менән!🚀🚀🚀

