🛑 Һуғыш ҡасандыр тамамланыр, ә бына тере тарих ҡалыр. Беҙ бит алғы һыҙыҡта булдыҡ, сна... — 14 апреля 2026 г. в 10:08:52.953
🛑 Һуғыш ҡасандыр тамамланыр, ә бына тере тарих ҡалыр. Беҙ бит алғы һыҙыҡта булдыҡ, снарядтар яланы уртаһындағы блиндаждарҙа йоҡланыҡ. Әгәр быны күрһәң, яҙмай, өндәшмәй ҡалыу мөмкин түгел, шуға мин китап яҙҙым. Тарихи дөрөҫлөктө белгән халыҡ-иң көслө һәм бөйөк халыҡ. Кешенең выжданы-ул халыҡтың хәтере, тиҙәр. Бөгөн был выжданды юғалтырға хоҡуғыбыҙ юҡ. (Мөнир Ҡунафин, хәрби хәбәрсе, "Ағиҙел" журналы баш мөхәррире) #көнүҙәкфекер

