Ялған мәғлүмәт/фейк, йәки ғәйбәт нисек тарала?😊 — 3 августа 2026 г. в 18:55:00.335
Ялған мәғлүмәт/фейк, йәки ғәйбәт нисек тарала?😊 Байназар танауын шештереп ҡайтып инде. Турникка бәрелдем, тине. Буш түгел инем, ныҡлап һорашманым. Туң эремсек алып ауыртҡан ереңә баҫ, тигәс, шуны алып бүлмәһенә инеп ятты. Төшкө аш әҙер булғас бөтәһен дә сәйгә саҡырҙым. Байназар сыҡманы. Ҡайҙа ул, тип атаһы һорағас, аңлаттым. Артабан һөйләшеү ошолай китте: -Нисек турникка танауҙы бәрергә була ул? Һуғышмағанмы? - Байназар һуғышҡан? - Әлфир менәнме? - Ул Самирға киткәйне бит... Ауыҙ асып һүҙ ҡыҫтырып өлгөрмәнем хатта😂 - Байназар,-тим көлә-көлә, - сыҡ әле үҙең һөйлә нисек танауыңды турникка бәргәнеңде, атыу бында һинән һуғыш суҡмары яһанылар😅 Малайҙарға көлөп әйтәм: - Бына ошо була инде механизм распространения ложной информации. Когда первоисточник молчит, не дает комментарии, то другие распространяют домыслы и фейки. - И нимәшләргә? - ти Бәхтейәр. - Найти первоисточник. Ә хата кемдә? Миндә. Байназарҙан, йәғни первоисточниктан, шунда уҡ төпсөп һорамағанмын. Мәғлүмәтте аныҡламағанмын, комментарий алмағанмын. Һөҙөмтәлә башҡалар менән һәр саҡ килешеп, уртаҡ тел таба белеп, матур уйнаған улым күҙ алдында һуғыш суҡмарына әйләнә яҙҙы😂 Мәғлүмәт менән эш бына ошондай һаҡлыҡ талап итә. Быныһы инде журналистиканың төп законы - мәғлүмәтте һәр ваҡыт тикшер.

