🛑 Беҙҙең тапшырыуҙы(Телеүҙәк) бер-ике кеше менән генә алып барыу мөмкин түгел. Унда кү... — 3 июля 2026 г. в 08:02:11.787
🛑 Беҙҙең тапшырыуҙы(Телеүҙәк) бер-ике кеше менән генә алып барыу мөмкин түгел. Унда күтәрелгән мәсьәләләр – ҡуйылған һорауҙарға төрлө яҡлап фекерҙәрҙең булыуы мотлаҡ. Тағы ла, беҙҙең халыҡтың тыйнаҡлығы арҡаһында улар тиҙ генә асылып та китмәй. Шунлыҡтан, эфир барышында, алдан әҙерләнмәгән һорауҙар бирелеүе лә мөмкин. Ижтимағи-сәйәси тапшырыу булараҡ яуаплылыҡ, етдилек, халыҡ өсөн кәрәкле, уларҙы борсоған һорауҙарҙы күтәреүебеҙ төп маҡсат һанала. (Вәрисә Ниғмәтуллина, "Телеүҙәк" тапшырыуы редакторы, БСТ каналы журналисы) #көнүҙәкфекер

