Күп кенә хәйбуллалар һайлауҙа тотош ғаиләләре менән ҡатнаша. Татыр-Үҙәк ауылында ла унд...
Күп кенә хәйбуллалар һайлауҙа тотош ғаиләләре менән ҡатнаша. Татыр-Үҙәк ауылында ла ундайҙар байтаҡ. Әнүәр һәм Тамара Аслаевтар ҡыҙҙары Гөлназ Назарова, ейәндәре Данир, килендәре Ралина, бүләсәрҙәре Алина һәм Самира менән – йәғни тотош дүрт быуын һайлау участкаһына килеп, өлкәндәр үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп, ә бәләкәй ҡыҙҙар ошо мөһим сараның мөхитен тойоп ҡайтҡан. —Беҙҙең ғаилә өсөн һайлауҙар — ул ябай ғына процедура түгел, ә яҡшы йола. Бөгөн дүрт быуын бергәләп һайлау участкаһына килдек! Ҡартатай-өләсәйҙәребеҙҙән башлап, ейән-ейәнсәрҙәргә тиклем — барыбыҙ ҙа илебеҙҙең киләсәге өсөн битараф түгелбеҙ. Һәр тауыш — ул уртаҡ киләсәгебеҙгә һалынған өлөш. Ғаилә менән килеү — ул берҙәмлектең иң матур күренеше. Дуҫтар, һеҙҙе лә һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ! Килегеҙ, тауыш бирегеҙ, сөнки киләсәгебеҙ — үҙебеҙҙең ҡулда! — тип һайлауҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы Гөлназ Әнүәр ҡыҙы. Татыр-Үҙәк мәктәбендә урынлашҡан 3235-се һайлау участкаһында һайлауҙар тыныс шарттарҙа үтә. Ауылда 764 кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә. Дөйөм алғанда, Хәйбулла районында 21 мең самаһы һайлаусы иҫәпләнә, шуларҙың 400-е тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәй ала. Районда 55 һайлау участкаһы 19 һәм 20 сентябрҙә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. 📍"ХАЙБУЛЛА" каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/channel_haibulla