🐻🐻🐻«Шайтантау» заказнигында сираттағы рейд ваҡытында инспектор Йәмил Илембәтов көтөл...
🐻🐻🐻«Шайтантау» заказнигында сираттағы рейд ваҡытында инспектор Йәмил Илембәтов көтөлмәгән хәлгә эләгә. Йәнлектәргә тоҙ һибергә килгәндә ҡапыл ағастарҙан уның алдына айыу килеп баҫа. Уйларға ваҡыт юҡлығын аңлап, Йәмил тиҙ генә яҡындағы ағасҡа менеп өлгөрә... Тайыштабан башта кешене күрмәй һәм тыныс ҡына тоҙ өйөмөнә килә, һый менән ҡыҙыҡһына. Йәнлек тоҙҙо өйрәнгән арала инспектор булған хәлде видеоға төшөрә. Әммә тиҙҙән йыртҡыс кеше еҫен һиҙеп, хәүефләнә һәм кире урманға китә. Барыһы ла тыныс үтә. Хәйбулла районында урынлашҡан «Шайтантау» заказнигы айыуҙарҙан алып мышыларға һәм ҡуяндарға тиклем күп кенә ҡырағай хайуандар өсөн тереклек итеү урыны булып тора. Инспекторҙар бында ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтеп кенә ҡалмай, ә хайуандарға тоҙ һибеп һәм ҡышҡы осорҙа өҫтәмә туҡландырыу ойоштороп ярҙам итә. Белгестәр билдәләүенсә, айыу менән осрашҡанда тыныслыҡ һаҡларға, ҡасмаҫҡа һәм киҫкен хәрәкәттәр яһамаҫҡа кәрәк. Йәмил Илембәтов тап шулай эшләй ағасҡа менеп, йыртҡысҡа китергә мөмкинлек бирә, был хәлде ҡотҡара. Айыуҙар, ҡағиҙә булараҡ, кешеләр менән бәйләнештән ҡаса һәм уларҙы ҡотортмаһалар, хәүеф тыуҙырмай. 📍"ХАЙБУЛЛА" каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/channel_haibulla