🍉 Бөгөн ҡарбуз көнө билдәләнә.
🍉 Бөгөн ҡарбуз көнө билдәләнә. Уны дөрөҫ һайламау сәләмәтлеккә зыян килтереүе мөмкин. Ошо ябай ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоғоҙ: ✅ Ҡарбузды юл буйынан түгел, ә рәсми сауҙа урындарынан ғына һатып алығыҙ. Юл ситендә торған емештәр туҙан, зарарлы матдәләрҙе үҙенә һеңдерә. ✅ Киҫелгән ҡарбузды һатып алмағыҙ. Киҫелгәндән һуң уның эсендә бактериялар тиҙ үрсей. ✅ Ҡабығы бөтөн булырға тейеш. Ярыҡтар, соҡорҙар һәм башҡа зарарланыу эҙҙәре булмаһын. ✅ Һатыусынан «тәмләп ҡарар өсөн» ҡарбузды киҫтеүҙе һорамағыҙ. Бысаҡ та, ҡулдар ҙа таҙа булмауы мөмкин. ✅ Өйҙә киҫер алдынан ҡарбузды щетка һәм һабын менән һыу аҫтында яҡшы итеп йыуығыҙ. ✅ Киҫелгән ҡарбузды тик һыуытҡыста һаҡлағыҙ һәм 24–48 сәғәттән дә оҙаҡ тотмағыҙ. ⚠️ Әгәр ҡарбуз ашағандан һуң күңел болғаныу, ҡоҫоу, эс ауыртыуы, тән температураһы күтәрелеү күҙәтелһә, үҙаллы дауаланмағыҙ – табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Йәйегеҙ тәмле лә, хәүефһеҙ ҙә булһын! 🍉