🍎Көн һайын бер генә алма ашау ҙа файҙалы
🍎Көн һайын бер генә алма ашау ҙа файҙалы Баҡса тулы алма... Ә беҙ уның ҡәҙерен белмәйбеҙ🍏! Көн һайын бер генә алма ашау ҙа организмға ҙур файҙа килтерә: ❤️ Холестеринды кәметергә ярҙам итә. Алмалағы пектин ҡан тамырҙарында төйөрсөктәр барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә. 🦴 Һөйәктәрҙе нығыта. Алма составындағы бор һәм флавоноидтар һөйәк туҡымаһын нығытырға булышлыҡ итә. 🧠 Баш мейеһен һаҡлай. Алмалағы кверцетин хәтерҙе яҡшыртырға һәм мейе күҙәнәктәрен һаҡларға ярҙам итә. 🍃 Уңыштың мул мәле, рәхәтләнеп алма ашап ҡалығыҙ, ул тәмле лә, файҙалы ла🍎!