🚙Хәйбулла районында йәшәүсе ҡатын автомобиленән ҡолаҡ ҡаҡҡан
🚙Хәйбулла районында йәшәүсе ҡатын автомобиленән ҡолаҡ ҡаҡҡан 📮Хәйбулла районы прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ҡатын иҫерек килеш автомобиль йөрөтөүе өсөн хөкөм ителгән. Ул быға тиклем транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән була. ⚖️Йылайыр район-ара суды Хәйбулла районында йәшәүсе ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Судта 2026 йылдың ғинуарында Сиҙәм ауылында йәшәүсе ҡатын быға тиклем транспорт сараһын йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булһа ла, иҫерек килеш «Шевроле Ланос» маркалы автомобиль руле артына ултырыуы асыҡлана. 🔨Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таныған. Суд уға шартлы рәүештә 1 йыл 7 айға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй. Бынан тыш, ханым транспорт саралары менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан дүрт йылға мәхрүм итеп, һынау срогын ике йылға билдәләй. Ҡатындың «Шевроле Ланос» маркалы автомобиль дәүләт килеменә тартып алына.