Загружаем публикацию…
Сайт использует cookie для работы и аналитики. Мы используем файлы cookie для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в ПодробнееПолитике обработки данных и Правилах.
🌸🌷 АЙЫРМА 💞 Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың Холҡонда ни айырма? (Әлбиттә, бар ҙур айырма, Нисек кенә ҡайырма!) 🤔 💙 Ир-ат менән аңлашыла: Ағы – аҡ, ҡара – ҡара, Улар бер һайлаған юлдан Туп-тура алға бара. 🚶♂️ 🌺 Ҡатын-ҡыҙға ҡара төҫтөң Тиҫтәләрсә төрө бар, Маҡсатына етеү бурыс – Булһа булһын һуҡмаҡ тар! 💃 🥀 Ҡатын-ҡыҙҙың был донъяға Талаптары юғары, Шуға күбеһенә таныш Яңғыҙлыҡтың аһ-зары. 💔 💪 Ир-егеттәр күпкә ябай Көслө булғанға күрә, Еңелерәк хаталана, Еңелерәк кисерә… ❤️ 😄 Төймә ҙурлыҡ мәсьәләнән Дөйә яһай ҡатын-ҡыҙ. 🐪 Ир-ат ҡатмарлы эште лә Башҡарып ҡуя өнһөҙ. 🔨 🏡 Ир-егеткә эш булһын да, Булһын ризыҡ ниғмәтле, 🍲 Янында һөйгәне булһа, Тулыһынса бәхетле! ❤️ 🌹 Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ Мәшәҡәте ҡатындың: Бөтәһен дә ул ҡайғырта, Шунһыҙ нисек йән тынһын? 💗 🙏 Хоҙай үҙе белеп беҙҙе Төрлө итеп яратҡан: Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы – Бер-береһенә йән атҡан. 💑 🌈 Бергә тормоштоң арбаһын Ир-ҡатын еңел тартыр, Аҡлы-ҡаралы донъялар Йәйғор төҫөндә балҡыр… ✨🌷 💐✍️ Фирүзә Абдуллина. 💕🌸💞🌷❤️🌷💞🌸💕
Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.