Бөгөн район хакимиәтендә Данил Ишҡыуатовҡа, Юлианна Чудаковаға фатир асҡыстары һәм Вик...
Бөгөн район хакимиәтендә Данил Ишҡыуатовҡа, Юлианна Чудаковаға фатир асҡыстары һәм Виктория Артамоноваға торлаҡҡа сертификат тапшырылды. Район хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев йәштәрҙе ихлас ҡотлап, дәүләтебеҙҙең етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бүлеүен билдәләп үтте һәм уларға матур ғаилә ҡороп, именлектә, бәхетле йәшәүҙәрен теләне. Йәштәр һәм уларҙың яҡындары ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә иғтибарлы булғандары өсөн район хакимиәтенә, хөкүмәткә һәм опека бүлегенә сикһеҙ рәхмәттәрен белдереп, эштәрендә уңыштар теләнеләр. Данил Ишҡыуатов әлеге мәлдә Яр Саллы ҡалаһында эшләп йөрөй. Данилдың шатлығын уртаҡлашып, уның опекуны Александр Потякин фатир асҡысын алды. Хәҙер йәштәрҙе күңелле мәшәҡәттәр көтә. Уларға яҡты, ҡотло фатирға хужа булып, үҙ усаҡтарында шатланып йәшәргә насип булһын!