⭐"Иң ауыры – эргәңдә йөрөгән иптәштәреңде юғалтыу..."
⭐"Иң ауыры – эргәңдә йөрөгән иптәштәреңде юғалтыу..." Көслө рухлы яҡташ яугирҙәр менән әңгәмәләшкәндә уларҙың аҙ һүҙле, бер аҙ ҡырыҫ икәнлеген тойомлайһың, шул уҡ ваҡытта ябай, тыныслыҡтың ҡәҙерен аңлаған олпат күңелле кеше икәнен күрәһең. Хәйер, яу яланын үткән ата-бабаларыбыҙ ҙа бит әллә ни һүҙ даулап йөрөмәгән, беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ балалар, тиеп кенә ҡуйырҙар ине. ✅"Вечный" позывнойлы яҡташыбыҙ Татыр-Үҙәк ауылында Таймаҫовтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килгән. 2022 йылдың февралендә махсус хәрби операция башланғас та ил мәнфәғәтен һаҡлап, уның именлеге һағына баҫа. 2022 йылдың декабрендә отпускка ҡайтҡан сағында һөйгән йәре – Воздвиженка ауылы һылыуы Лилиә Яҡшыбаеваға өйләнеп, ғаилә ҡороп ебәрә. 🫡Ҡыйыу яҡташыбыҙ бөгөн – 36-сы гвардия дивизияһының разведка отделениеһы командиры, өлкән сержант. Угледар, Владимировка, Константинополь, Поддубное, Богатырь һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәргә өйрәнгән батыр йөрәкле яҡташыбыҙ, көн һайын ғүмере хәүеф аҫтында булыуға ҡарамаҫтан, яуҙа үҙен аямай көрәшә. Дошмандарға ҡаршы алыштарҙың береһендә – Поддубной ҡалаһын алған ваҡытта ҡаты яралана. "Вечный" ун тәүлек буйына бер тәғәм ризыҡһыҙ дошман дрондарынан һаҡланып, уларҙың тырнағына эләкмәҫ өсөн бар көсөн һалып, әллә нисә саҡрым юл үтә. Үҙебеҙҙекеләргә янына шыуышып тигәндәй сыҡҡас, уға беренсе медицина ярҙамы күрһәтәләр һәм госпиталгә оҙаталар. Ярты йыл дауаланғас, бөгөн яҡташыбыҙ тыуған яғында реабилитация үтә. "Бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәҫкә кәрәк, йәшәүгә өмөт, беҙ еңәсәкбеҙ тигән ышаныс алға әйҙәй. Иң ауыры – эргәңдә йөрөгән иптәштәреңде юғалтыу", – ти яугир. 🇷🇺Махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Суворов, I һәм II дәрәжә "Хәрби батырлыҡ", "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн", "Батырлыҡ өсөн", "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" миҙалдары менән бүләкләнгән. ⏩️Автор – Лира Такалова.