Мин һәр ваҡыт бер үк төр ир-аттарға тартылам-алкоголле эсемлектәр менән бәйлелек һәм эш... — 31 мая 2026 г. в 10:32:00.744
Мин һәр ваҡыт бер үк төр ир-аттарға тартылам-алкоголле эсемлектәр менән бәйлелек һәм эштә ауырлыҡтары булғандарға. Айыҡ хәлдә улар идеаль булып күренә: иғтибарлы, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Әммә улар иҫерек саҡта, мин уларҙың кире эмоцияларының ҡорбанына әйләнәм. Ирем эсеп тауыш сығарһа мин уны өйҙән ҡыуып сығарам. Ул төнөн миңә шылтыратып: «Миңә ҡыйвн», «минең бөтә нәмәм ауырта», «һиңә беҙҙең балабыҙға ла барыбер» тип зарлана. Мин уны өйгә индерергә ашыҡмайым, йәнем көйә. Һуңынан, айнып бер аҙ иҫенә килгәс, уны тағы ла өйгә индерәм. Был әйләнеш ҡабатлана. Иң ҡурҡынысы — уның менән ғүмер буйы йәшәй алмаясағымды аңлау. Әммә хәҙер мин ярҙамға мохтажмын һәм был көсһөҙлөгөм өсөн үҙемде күрә алмайым. Ҡайһы берҙә мин үҙемде ғәҙәти мөнәсәбәттәргә лайыҡ түгелмен тип уйлайым. Мин тормош өсөн көрәшергә шул тиклем күнеккәнмен, тыныс йәшәү минең өсөн мөмкин түгел кеүек.