Загружаем публикацию…
Мы используем файлы cookie для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Икәү генә белер серҙәр бар
Без категории · 29 сентября 2026 г.
Тормош иптәшемдең өләсәһен,аңлайышлы булһын өсөн ,шулай тип,яҙам,мин дә ,балаларым да өләсәй ,тип йөрөттөк.Беҙ йәш кенә инек,ике бәләкәй бала бар ине.Өләсәйҙе ирем үҙебеҙгә күсереп апҡайтты.Ҡәйнәм үҙе ҡәйнә мн йәшәгәс,өләсәй ҡыҙына йәшәргә бара алманы.ирем,өләсәйҙең ейәне инде.Хэлдәре былайыраҡ була. Илле йәшендә,оләсәйҙе бабайға димләйҙәр,биик өгөтләгәстәр,риза булған. Бабайҙың,эбейе мәрхүм,балаларының үҙ тормошо.Бабай мн өй ҙә һалып сығалар,утыҙҙан ашыу ,йыл икеһе донья көтәләр.Беҙ ҙә ҡунаҡта булғаныбыҙ булды,сөкөрҙәшеп сәй эсә инеләр икеһе.Шунан ней,олатай мәрхүм булып китеп,өләсәйгә көн бөтә.Өйөнән ҡыуылғас,өләсәйҙе,ирем барып алды.Беҙгә килгәндә уға һикһән йәш ине..Беҙ ҙә ун ике йыл йәшәп,туҡһан ике йәшен дә мәрхум булды.Өйөбөҙгә ,өләсәй килгәс,әй рәхәт йәшәнек.Йоҙаҡ та булмны ишектең,өсөнсө бәпәй тыуғас та ,ул ҡарашты.Оло ҡыҙым,һигеҙенсе лә уҡый ине,мунса ла ул йыуындыра өләсәһен,мин сисендереп,кейендереп алып ҡайта инем.Өс бала,тауыштан да арыйым тимәне,беҙ ҙә йәшәне.Ул ваҡытта,ҡәйнәмдәге өләсәй ҙә мәрхүм булғайны,ҡәйнәм алып та ҡайтып ҡараны,унда өйрәнә алманы.Оло ҡыҙым,ҡосаҡлай ҙа бәләкәс кенә ҡалған өләсәһен,уффф өләсәйем бигерәк ҡартайҙың,үлеп кенә ҡуя инде ,тип илай ҙа ебәрә ине.Кеткелдәп көлөп,юююҡ ҡыҙым ,үлмәйем элеее тиер ине.Ней өсөн яҙҙым,өләсәйҙең,икенсегә нигә генә барҙым икән тине.Ә ,ҡәйнәмдәге оләсәй,егерме һигеҙ генә йәшендә,дүрт бала мн ҡалған,ире һуғышта үлгәс,һикһән дүрт йәшендә мәрхүм булды,бүтән бер ҡасанда иргә бармаған.Уйлаһаң уйылып китәрлек бит.Былай ғына яҙҙым,оҡшатмаһағыҙ,ғәфү
Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.