Ирем менән 3 миллионға автомобиль алдыҡ. Икебеҙ ҙә кредитҡа баттыҡ, мин күберәк тә буры... — 30 мая 2026 г. в 06:17:24.410
Ирем менән 3 миллионға автомобиль алдыҡ. Икебеҙ ҙә кредитҡа баттыҡ, мин күберәк тә бурысҡа индем. Шул кредитты икәүләп 7 йыл буйы саҡ түләп бөттөк. Түләп кенә бөткән инек, ирем беҙең машинаға сит бисәне ултыртып йөрөй башланы. Быға тиклем дә йөрөткәндер инде. Мин ҡышҡы сатлама һыуыҡта йәйәү йөрөйөм, ә теге ҡатын мин алған автомобилдә, минең ирем менән теттерә. Машинаны балта менән турайыммы икән әллә, икебеҙгә лә булмаһын. Анон
2 846 просмотров