Аноним. — 2 октября 2026 г. в 04:15:02.390
Аноним. Һаумыһығыҙ, серҙәштәр! 🌿Һуңғы арала хәлем бөтөнләй юҡ. Бөтә тәнем һыҙлай, күҙҙәрем насар күрә башланы, аяҡтарым тартыша. Өй эштәренә лә ҡулым бармай, күп нәмә туҡтап ҡалды. Бер кем менән дә аралашҡым килмәй. Төндәрен бөтөнләй йоҡлай алмайым. Анализдарым яҡшы, бөтә больницаларҙа ла тикшерелдем. Шулай ҙа үҙемдең хәлемде аңлата алмайым. Күптәр «күҙ тейгән» тиҙәр. Көслө муллаларға ла йөрөп ҡараным, Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберенә лә барып ҡайттым. Өйөмдө лә таҙарттым. Үҙем халыҡ менән эшләйем, матур йәшәргә тырышам, дингә яҡынмын. Ләкин һуңғы ваҡытта күңелемдә ниндәйҙер ҡаралыҡ, ауырлыҡ бар кеүек. Серҙәштәр, бәлки, арағыҙҙа шундай хәлде кисергән кеше барҙыр? Нисек был ауырлыҡтан ҡотолорға, күңелгә тыныслыҡ табырға? Кәңәштәрегеҙҙе көтәм. 🙏Рәхмәт һеҙгә. ❤️