Хәерле көн серҙәштәрем
Хәерле көн серҙәштәрем Һеҙгә яҙып үтәйем әле бәлки еңелерәк булып ҡалыр. Эсем бошоп күңелемә ауыр мин һеҙгә көлөп шаяртып яҙғайным бер ваҡыт таяҡ менән йөрөгән бабайҙа күҙ ҡыҫа тип. Шул бабай ауырып китте приступ булған йөрәгенә тик ята инде. Ишетә былай һөйләшә алмай, аяҡтары йөрөмәй тик ятты. Урамда әбейе ҡаршы осраны бабай ята хәҙер тине. Ҡайтып тегеләй итәм былай эшләп ҡарайым эш бармай, нисек янына барырға нимә тип әйтергә? Урамға сыҡһа һойләшеп ултыра торғайныҡ, күбеһенсә ул һөйләне йәш саҡтарын иҫкә ала торғайны. Яй һөйләште әммә хәбәрҙәр булды. Ул асыҡ кеше ине, ә мин тиҙ кешегә асылып китә алмайым шуға ул хәлде аңлап һорашып ултырманы. Барҙым янына миңә ҡараған күҙҙәрҙә йәш бөртөктәре күреңде, килдеңме тигәнде аңланым ҡараштарынан. Ҡулдарынан тотоп мин килдем хәлдәр улай икән, йә ярай әле бирешмә тип әйттем. Өс көн янына индем ҡарашында ниҙер үҙгәргән ҡарап нимә әйтергә теләй? Нисек аңларға? Хәҙер мин һөйләйем ул тыңлай урындар алмашты. Көндөҙ уйлап йөрөйөм нимә әйтергә? Нимә һөйләргә бөгөн кәефен насарлап ҡуймайым Аллам һаҡлаһын.Ҡарашы ебәрмәй нимә теләй? Аңланым минем турала белгең киләме ? Һөйләйем иҫтә ҡалған иң иң күңелле ваҡиғаларҙы ихтибар менән күҙәтәм оҡшай уға. Иртән уянғас төш күрҙем иҫемә төштө бабаҡайым кергәйне бит . Яныма килеп һине көтәм яныма кил тип әйттесе, бар эшемде ташлап инеп сығырға кәрәк тигән уйға килдем. Күптә тормай әбекәйе шылтырата эштәр хөрт килеп кит балам тип. Аяҡтарым ауырайҙы башымда бер уй юғалтаһым килмәй бер ҙә күҙ йәштәрем аға. Янына барырға кирәк эстән генә йөрәк шәберәк бул тип әйткәндәй була. Барып инһәм йомған күҙҙәрен бер асып ҡараны ла мәнгелеккә китте беҙҙең аранан. Икенсе төндә төшөмә керҙе йылмайып ҡарап рәхмәт балам тип әйтте, тормошон таҙа яҡты үҙгәрмә ошолай ҡал тип белдерҙе. Мин рәхмәтлемен ошо ғүмеремдә танышып аралашып йөрөгән оло бабайыма, ауыр тупрағын еңел булып йәнең ожмахҡа күсһен тип теләйем. Яныбыҙҙа булған үҙ затыбыҙҙы ғына түгел сит кеше лә яҡын кешегә әйләнергә мөмкин. Ғүмерҙәрен ҡәҙерен белеп бер беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәйек Алламдын амин тигән саҡтары тура килһен.