стена буйлап,
стена буйлап, Коридорҙа алға ынтылды. Кемдер арттан уға: “Туҡта әле...”, Арҡа буйлап һалҡын тир аға, Күреп ҡалды шул саҡ: кружка тотоп Әсәкәйе килә ҡаршыға! Яурынынан тау төшкәндәй булды, Күҙҙәренән йәштәр атылды, Үкһеп илай ине әсәһе лә, Улы ҡосаҡлағас, саҡ тынды. - Улым! – Әсәй, һинең арттан килдем, Йыйын, улың алып ҡайтасаҡ, - Бала саҡтағылай йылмайҙы ла, Әйтте: “Мин әйткәнсә буласаҡ!” - Туҡта, балам, ҡул болғайым әле... - Ултыр, әсәй, йыраҡ ҡайтаһы... ...Тәҙрәләрҙән мөлдөрәшеп ҡарай Кемдеңдер ташландыҡ әсәләре, Кемдеңдер ташландыҡ атаһы... Фирүзә Абдуллина тәржемәһе.