70-80 йылдарҙа булған хәл. Беҙҙең ауылда бай, етеш ғәйлә йәшәгән. Ҡатыны икенсе милләтт...
70-80 йылдарҙа булған хәл. Беҙҙең ауылда бай, етеш ғәйлә йәшәгән. Ҡатыны икенсе милләттеке булған, бик сибәр, егәрле башҡортса һөйләшкән инәй булған. Ул мәлдә ауылда артыҡ баҡса - фәлән ултыртмағанда, был ғәйлә ҡарбуз - ҡауын үҫтереп ашаған хатта.Бер көн иртәнсәк әсәйем (ул ваҡытта 8-10 йәшлек ҡыҙ бала) быҙау ҡыуып, ҡайтып килһә, шул инәйҙең кәртә артындағы ҡыйлығында матур ғына бер ҡурсаҡты күреп, алып ҡайта. Ул заманда уйынсыҡтар булмаған. Ҡыҙҙар ҡыйлыҡтан эҙләнеп, матур сынаяҡ ярсыҡтары табып, уйнағандар. Башҡа мәлдә өндәшмәгән өләсәй, был юлы ҡыҙын әрләй, кире урынына һалып кит тип. Ҡыҙсык илай-илай(бигерәк матур ҡурсак була шул) теге ҡыйлыҡҡа тип сығып китә лә, һыу буйында уйнап йөрөгән ҡыҙҙарға ҡушылып, донъяһын онотоп уйынға сума. Ул ваҡытта йәйҙәр йылы булған. Көнө буйы уйнай торғайныҡ тей әсәй. Ҡыҙҙарға маҡтанып, кисә атаһы "алып ҡайтҡан" (!) ҡурсағында күрһәтә. Алмашлап, күңелдәре булғанса уйнайҙар. Өйгә етер мәлдә, ҡыҙыҡай уйынсыҡты кеше тапмаҫлыҡ ергә йәшерә. Инеп, йыуынып, ярты тарелка аш ашайҙа, сәсрәп аурып китә. Туҡтауһыҙ ҡоҫа, ҡалтырана, яҡтылыҡтан ҡурҡа. Саҡыртылған фельдшер башына эҫе үткән тип, укол ҡаҙап ҡайтып китә. Иртәгеһенә өйҙә яңғыҙ ҡалғас, теге ҡурсаҡты өйгә индереп ала. Ҡыҙ көндән көн үҙгәрә, ябыға, туҡтауһыҙ илай. Олатай район врачтарына күрһәтә. Бер ай тирәһе больницала ятып сыға. Ыңғай үҙгәрештәр булмай. Ул больницанан ҡайтыуға өләсәй өйҙө аҡлап, артыш менән ыҫлап алырға уйлай. Шунда ғына мейес башынан теге ҡурсаҡты табып ала. Үҙе белгәндәрен уҡып, уйынсыҡты урынына ҡалдырып китә. әсәйемде мулланан өшкөртәләр. Юнәлеп китә, әммә оҙаҡ ваҡыт битенә әҫбе ҡалҡып йонсота. Аҙаҡтан кемдәндер ишетеп ҡалалар инде. Теге ғәйләла 20 йәшлек атлай алмай ултырған бер ҡыҙҙары булған. Шуның сирен ҡыуып, ҡурсаҡты осоклап ташланылармы икән? Был ғәйлә ишле була. Шул ҡыҙҙан башҡалары бөтәһе лә юғары белем алып, урында эшләйҙәр. Ситтән ҡарап торһаң, уларға тормош еңел генә бирелгән кеүек. Ысын. Ейән-ейәнсәрҙәре тиҙ арала берәй бизнес асып ебәрә, оҡшамаһа, икенсе шөғөлгә күсәләр. Бөтәһе лә етеш, мул тормош менән йәшәйҙәр. Бер нисә йылдан, әсәйемә мәктәп йомошо менән шул инәйҙәргә инергә тура килә. Ҙур урыҫ ҡапҡаһы көнө - төнө бикле торған. Саҡ астырып ингән инде. Шунда күрә теге сирле ҡыҙҙы. Этмәле балалар арбаһында ултырған була. Йәше 30 ҙы үтһә лә бала сырайлы, бик матур апай була. әсәйемде күреп, балалар кеүек ҡыуанып, ҡулын болғап янына саҡыра, матур-матур ҡурсаҡтарын күрһәткән була икән...